top of page

Рәхим итегеҙ!
Добро пожаловать!
Аҡ ҡағыҙҙай сабый күңеленә
Яҡшылыҡтан орлоҡ һала алһам,
Һәр баланың һиҙгер йөрәгенә
Яратырлыҡ асҡыс таба алһам,
Кәрәк саҡта шағир, әртис булып,
Бала күңелдәрен яулаһам,
Янымдағы булған һәр сабыйҙың
Яҡын дуҫы булып ҡала алһам...
Ә балалар, ололарын ҙурлап
Кеселәрен кесе итһәләр,
Үҫеп етеп, илгә хеҙмәт итеп,
Тыуған ерҙе өҙлөп һөйһәләр -
Бына ошо инде ОЛО БӘХЕТ
Яҙмыштарҙың тәңгәл килеше,
Үҙем теләп алған һөнәремдең
Хеҙмәтемдең хәләл емеше!
С. Мостафина




bottom of page